Скачать 1.18 Mb.
|
2.4. ОПИСАНИЕ РАБОТЫ Перед началом работы мы должны были точно знать, что получится в итоге и что нам для этого потребуется. Необходимо было посетить магазин и приобрести всё необходимое для работы. Всё приготовили, приступаем к изготовлению панно.
3. ЗАКЛЮЧЕНИЕ 3.1. АНАЛИЗ ПРОДЕЛАННОЙ РАБОТЫ Результатом своей работы я довольна. Хоть я и устала в процессе работы, мне понравилась моя работа. А еще я узнала, что из небольших кусочков шерсти, можно сделать что хочешь, лишь бы было желание и терпение. 3.2. ЭКОЛОГИЧЕСКАЯ СОСТАВЛЯЮЩАЯ ПРОЕКТА Все материалы, которые я использовала в своей работе, из экологически чистых материалов. Это шерсть разного цвета. Они не принесут никакого вреда. 3.3. ПУТИ РЕАЛИЗАЦИИ ИЗДЕЛИЯ. Моё изделие может служить для украшения интерьера. Это можно подарить на день рождение, потому что лучший подарок - это сделанный своими руками, или маме на праздник. 3.4. РЕКЛАМА ИЗДЕЛИЯ. На выставках детского творчества мое панно заинтересует не только ребятишек, но и их мам, которым захочется сделать такие же картины со своими детьми. Это очень интересно и полезно. 3.5. БИБЛИОГРАФИЧЕСКИЙ СПИСОК ИСПОЛЬЗОВАННОЙ ЛИТЕРАТУРЫ. 1. Фельт. Фильцнадель. Валяние. Русский кукольный дом., М., 2008 2. Красникова Г., Бублик В., Мамонова М. : Все о войлоке и фильцевании: Издательство: Агентство Дистрибьютор Прессы"2008Г. 3. Ксения Шинковская. Вещицы из войлока., Издательство: АСТ-ПРЕСС.,2008Г
Казыханов Алик учащийся 10 класса руководитель Гариева Ф.Ю. Рәми Ғарипов “ Киләсәккә юл ярам” Инеш Һауалағы йондоҙҙар, яландағы сәскәләр бер төрлө булмаған кеүек үк кеше яҙмышы ла шулай. Һәр кеше был донъяла үҙенсә яратылған, һәр кем үҙ яҙмышын үҙе ҡора. Зөһрә Бураҡаева әйтмешләй: “ Талант, Белем һәм Үҙтәрбиә – ошо өс таған ғына кешене донъя мәҙәниәте үрҙәренә күтәрә ала.” Быға Рәми Ғарипов көндәлектәре ышанырлыҡ дәлил. Рәми Ғариповтың “ Киләсәккә юл ярам”, “ Пилот яҙмалары”, “ Уҡыу океаны” исемле көндәлектәре – ул тормош мәктәбе, оло тәрбиә, хәҙерге йәш быуын өсөн шәхсә мәктәп. Бары тик көслө рухлы кешенең генә бар ҡаршылыҡтарға ҡарамай алға барыуын, яҡты йондоҙ кеүек киләсәккә юл яҡтыртыуын шағирҙың көндәлектәре иҫбатлай. Шағир Тыуған иленә,еренә,халҡына булған һөйөүен көндәлектәрендә асыҡ күрһәтә; уҙ-үҙенә ышаныс, һөйөү көсө, тоғролоҡ,тырышлыҡ,ныҡышмалылыҡ кеүек сифаттарҙы өҫтөн ҡуя, тормошто ярата. Бала саҡтан уҡ сафлыҡҡа, дөрөҫлөккә,хаҡлыҡҡа ынтылышы, маҡсат билдәләй белеүе һәм маҡсатына тоғролоғо, үҙтәрбиә менән шөғөлләнеүе, физик һәм рухи сынығыуы, белемгә булған мөхәббәте, йәшәүҙе иҫ киткес яратыуы, уҙ телен һәм халҡын хөрмәтләүе – ғәжәпкә ҡалырлыҡ. Көндәлектәре ябай һәм тәбиғи. Рәми - киләсәккә юл ярыусы. Бөгөнгө киләсәгебеҙ өмөтлө: халҡымдың тыуған ере, туған теле, башҡорт милләте бар һәм күкрәп йәшәй. Тимәк, беҙ,йәш быуын, яҡташыбыҙ аманатына тап төшөрмәй алға барырға,бөйөк эштәр башҡарырға, киләсәккә юл ярырға һәр ваҡыт әҙер булырға тейешбеҙ. Ғилми-тикшереү эшемдең маҡсаты: Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “ Киләсәккә юл ярам” көндәлеген өйрәнеү аша уның тормош юлын,ижадын тәрәнерәк белеү; илһөйәрлелек, ватансылыҡ, рухи тәрбиә сығанаҡтарын алыу, киләсәктә халҡыма кәрәкле шәхес булыу. Ғилми-тикшереү эшемдең бурыстары:
Ғилми- тикшереү эшемдең актуаллеге. Рәми Ғариповтың көндәлектәрен өйрәнеү аша тормош ауырлыҡтарына бирешмәй алға барырға, үҙеңдә көс табып, дуҫ-иштәреңә, туғандарырыңа таяныс булып йәшәү мөһим. Тормош һикәлтәле, шуға ҡарамаҫтан, кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға һәм ярҙам тойоп йәшәү әһәмиәтле. Был тормошта үҙ урыныңды белеп маҡсатлы йәшәү, теләгән теләктәңде тормошҡа ашырыу- киләсәккә юл ярыу ул. Минең аңлауымса, яҡташыбыҙҙың киләсәк быуын өсөн әйтер һүҙе шул: кеше тормошта материаль байлыҡ менән түгел, ә рухи байлыҡ, рухи ныҡлыҡ, тәрбиәлелек, кешелекле булыу менән бәхетле. Тулы бәхет өсөн иң мөһиме: ил, тел, халыҡ. Ниндәй генә бейеклектәргә күтәрелһәң дә, һин илһеҙ йә иһә телһеҙ, халыҡһыҙ, йәтим. Көндәлек- ул тормош, шәхсән әйбер, күңел көҙгөһө. Ул бер кемгә лә тәғәйәнләнмәгән һәм унда бер нәмә лә уйлап сығарылмаған. Тимәк, бында барыһы ла ысын,тормошсан – шуның өсөн ошо теманы ғилми- тикшереү эше итеп һайланым. Рәми Ғариповты халыҡ шағиры тип беләм, ә көндәлектәрен уҡығандан һүң ул миңә прозаик булып күҙ алдына баҫты.Миңә шуныһы ғәжәп: нисек кеше ғүмере буйына - ун дүрт йәштән алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем көндәлек алып бара алған. Ун дурт йәшлек ябай ауыл малайының ҙур пландар менән йәшәй белеүе, бөгөн минең кеүек үҫмерҙәр өсөн, һис шикһеҙ, бер үрнәк. 1-се бүлек. Рәми- халыҡ улы
“Рәми” - исеменең мәғәнәһе –уҡсы( уҡтан атыусы) - ата- әсәһенең мәңгелек бүләге. Ысын мәғәнәһендә, исеме есеменә тап килә. Рәми Ғариповтың тормош юлын күҙәткәндән һуң шуны әйтергә була: ул, һис шикһеҙ, “мәргән уҡсы” . Мәҫәлән, тел мәсьәләһен алғанда, ул мәсьәлә бөгөн дә актуаль. Рәми Ғарипов күп нәмәне алдан күрә белгән һәм үҙ һүҙен әйткән, әммә уны аңлап тормошҡа ашырыусылар ғына ваҡытында табылмаған. Икенсе исеме, үҙе әйтмешләй “комсомолец”.
1.2. Бөйөк маҡсаттарға юл Рәми Ғарипов ҙур маҡсаттар менән йәшәй. Ул кесе йәштән үк бөйөк маҡсаттар ҡуя белгән һәм шуға арымай – талмай алға барған,теләгенә ирешкән, үҙтәрбиә менән шөғөлләнгән. Көндәлегенән күренеүенсә, уның төп маҡсаты: Уҡыу һәм Кеше бүлыу:
( 1-5 август 1946 йыл,“ Киләсәккә юл ярам” 7-се бит)
- Ҡайҙа? - тинеләр. - Өфөгә... - Кит дурак, нишләп китәһең тағы, - тинеләр улар. Миңә ышанманылар” ( 9 - 10- сы бит) Уҡыу – осраҡлы хәл түгел. Китап уҡыу уның өсөн оло ҡыуаныс. Ул күп уҡый, белемен арттыра, үҙ юлын һайлай.
( 13- сө бит)
- Ул китап. Унһыҙ тора алмай башланым. Бөгөн ярты төнгә тиклем ултырҙым.” ( 24-се бит)
Рәми үҙенең генә түгел, ә яҡындарының да уҡымышлы, грамоталы булыуын теләй ул һәм йыш ҡына күҙәтеп бара.
Күрҙем бына наҙанлығыңды, Әгәр, ҡустым, инде былай булһаң- Һала алмаҫһың тормош юлыңды... - Уҡы, уҡы! Кеше бул һин, ҡустым,-“ (79-80- се биттәр) Ҡуйған маҡсаттарыңды тормошҡа ашырыу - бәхетлеләр өлөшө. Рәми Ғарипов ошо хистәрҙе кисергәндер, сөнки бәләкәй генә Арҡауыл ауылынан сыҡҡан малайға Мәскәүҙең әҙәбиәт институтында уҡыу бәхете тейә. 2- се бүлек. Ижад, йәшәү, тәнҡит 2.1. Ижад емештәре - тәүге шиғырҙары Рәми Ғариповтың ижад емеше бай. Рәми Ғарипов – киләсәк шағиры.Әйтерһең, ул бөгөн уҡыусыһына кәңәш бирә һәм киләсәктә төрлө хаталарҙан ҡурсалай. “ Һәр замандың - үҙ заңы” тигәндәй, яңы быуын уның ижадын яңыса аңлар.Тәрән йөкмәткеле, тормошсан,ҡыйыу фекерле шағир һүҙе киләсәк быуын өсөн рухи аҙыҡ булыр. Көндәлектәренә килгәндә, ул тормошто шул тиклем ярата. Уның өсөн иң ҡәҙерле нәмә - йәшәү, хеҙмәт һәм көрәш. Ул әсә улы ғына түгел, ә ул Ватан улы. Юҡҡа ғына уға Халыҡ исеме бирелмәгән. Тәүге шиғыры “ Айлы төн” - 5 класта уҡығанда яҙыла һәм күңелендә һүнмәҫ эҙ ҡалдыра.Бәлки, ошо ваҡиға йәш шағир күңелендә тәрән хис , ижадҡа мөхәббәт уятҡандыр. Тәүге китабы “Йүрүҙән”(1954 йыл). Халыҡ шағиры исемен 1992 йылда ала. ( үлгәндән һүң) “ Шағир булыу өсөн хеҙмәт кәрәк. Шиғыр яҙыу менән генә шағир булып булмай. Шағир тик үҙенең шиғыр тип аталырлыҡ нәмәһе менән генә шағир булырға мөмкин...” ( мәктәп йылдары, 66-сы бит)
“ Ниндәй гүзәл, ниндәй күңелле, ысын тормош был китапта! Был китап - бөйөк китап. Уҡыған һайын уҡығы килә был китапты! Был китап йәшәргә, ысындан йәшәргә өйрәтә... (110 –ы бит) Йәшәү- бөйөк Йәшәү иң кәрәкле, Кәрәк уны йәшәй белергә, Тормош алдарынан Ғорур атлап, Нигеҙ кәрәк, иптәш төҙөргә!” ( 111-се бит )
Әгәр кеше булһаң- Нимә бирә алаң кешегә?... Янып тор һин Әгәр кеше булһаң! Кешелекһеҙ кеше торалмай, Донъя тыуҙырыусы- Кеше бит ул!... Кеше исеме ғорур яңғырай! ( 127-се бит)
Рәми Ғарипов Николай Островскийҙың Павел образын өлгө итеп һайлай һәм уға оҡшарға тырыша. 2.2. Тәнҡит. Рәми Ғарипов кесе йәштән үк яҡшы менән яманды айырырға өйрәнгән. Уға тура һүҙле булыу, күҙәтеүсәнлек, үҙ һүҙле, һәр ваҡыт тура ҡарап һөйләү , үҙ фекерен әйтә белеү хас. Ошо сифаттарҙы көндәлектәрҙә күҙәтергә була. Ул “ Сигнал” журналы аша тиҫтерҙәрен тәнҡитләй:
( 70-се бит)
Рәхәтләнеп төш күрә, Фәнейәләр, Рәшиттәр Дәрескә һуңлап керә...” ( “ Беҙҙең класс”,71 - се бит) Үҙенең осло ҡәләме менән иптәштәренә характеристика бирә:
Тырышып ҡына уҡый, Тик бына бит шуныһы насар- Дәрестә китап уҡый.
Ыңғайға табан бара. Ләкин һис килешмәй шуныһы - Дәрестән ҡасып ҡайта. (88-се бит)
Исемем була “ бабай”, Һәр нәмәне тиҙ күрәм мин Һәм яҙам бына шулай. ( 89-сы бит) Рәми Ғариповҡа маҡтаныу, ярамһаҡланыу кеүек сифаттар ят. Үҫмер саҡтан туғандарына, тиҫтерҙәренә лә тәнҡит күҙлегенән ҡарай, кәңәш бирә. Тик тормошта үны барыһы ла аңламай. 2.3. Рәми- тәбиғәт балаһы. Рәми Ғариповтың көндәлектәре менән танышыу мәлендә мин уның тәбиғәт күренештәрен ентекле тасуирлауына иғтибар иттем. Шағир тыуған яғының матурлығын,Йүрүҙән буйҙарының йәмен күҙәтеү аша Тыуған ере, Уралы, Республикаһын данлау аша оло Ватанды ҙурлай.Беҙҙең кеүек кенә йәш үҫмер,ә үҙе ни тиклем күҙәтеүсән:
( 39-сы бит)
( 140-сы бит)
Рәми – тәбиғәт балаһы. Йәмле Йүрүҙән бүйҙары, Янғантауы, мөһабәт Ҡаратауының матурлығы йәш шағир күңеленә шиғриәт сатҡыһы һалғандыр. Ысын шағир иһә тәбиғәттең серле йомғағы. Йомғаҡ эсендә, ер ҡуйынындағы затлы мәғдән кеүек, ижад аҫылташы үҫеп ята... Тыуған еренең матурлығы, бормалы Йүрүҙәне, сағыу ҡояш, серле айы - барыһы ла яҡын уға. Һәр бер ҡыуаҡ, ҡошсоҡ, хатта үләне лә уны илһамландыра төҫлө. Тыуған яғын ул иҫ киткес ярата! Йомғаҡлау. Рәми Ғариповтың көндәлектәрен күҙәткәндән һүң шуны әйтергә була: көндәлек – уның өсөн дуҫ һәм иптәш. Ул бөтә хис-тойғоларын, кисерештәрен аҡ ҡағыҙға төшөргән, әммә был көндәлектәренең берәй ваҡыт матбуғатҡа сығаһын, хатта айырым китап итеп баҫыласағын хыялланғандыр. ( Үлгәндән һуң Надежда Гариповна баҫтыра)Шуның өсөн уның көндәлектәрендә яһалмалылыҡ, үҙен аҡыллыраҡ итеп күрһәтеү юҡ. Минеңсә, бөтә нәмә тәбиғи, ябай, аңлашыусан. Ниһайәт, автор үҙе: “ Их, көндәлегем! Бөтә булған тойғоларҙы, кисерештәрҙе тик һинең менән генә уртаҡлашырға мөмкин. Сөнки һинән башҡа иң яҡын кешене, иң аңлай торған иптәш тапмайым...”, ти. ( 116-сы бит) Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлемһеҙ шағирҙың үҙе иҫән саҡта яҡын дуҫтары булмаүы һәм ҡәҙер – хөрмәт күрмәүе үкенесле. Әммә был көндәлектәрҙе уҡыуым менән мин бәхетле, сөнки мин яҡташым Рәми Ғарипов тураһында күп нәмә белдем, үҙем өсөн яңы асыштар яһаным. Ул минең күҙ алдыма мөһабәт кәүҙәле, ҡара сәсле, аҡ йөҙлө, изге күңелле, кешелекле, аҡыллы, уйсан кеше булып килеп баҫты. Уның бигерәк тә ныҡышмалы,маҡсатлы,эшһөйәр,илһөйәр, үҙенә һәм кешеләргә талапсан булыу кеүек сифаттарын үҙ итер инем. Минең уйымса, ғүмере буйы автор көндәлектәрен бушҡа ғына яҙмаған. Киләсәктә, бәлки, ул шул көндәлектәре нигеҙендә прозаик әҫәр ( роман) яҙырға уйлаған, тик өлгөрмәгән. Көндәлектәрендә әйтелгәнсә: “ Был яҙмаларҙы мин үҙемдең роман тип атарға теләгән “ Тормош юлдары “нда ҡулланырға тейешмен. Ошо “ Көндәлек яҙмалар” – минең ҡасан да булһа яҙыласаҡ әйберҙәрҙең нигеҙе буласаҡ. Сөнки беҙҙә әле уҡыусылар, йәш үҫмерҙәр тураһында яҙылған бер ниндәй ҙә әйбер күренмәй...” ( 148 –се бит) Ниндәй хыял, күҙәтеүсәнлек һәм бөйөк эшкә әҙерлек! Һис шикһеҙ, Рәми Ғарипов күптәр өсөн маяҡ. Уның үлемһеҙ ижады алдында мин баш эйәм. Ҡулланылған әҙәбиәт:
Садыков Данил учащийся 3а класса |
Межрегиональная научно практическая конференция учащихся в г. Архангельске... Л75 IХ малые Ломоносовские чтения. Межрегиональная научно-практическая конференция учащихся в г. Архангельске, 31 марта 2018 года.... |
Мо «Эвено Бытантайский национальный улус» Региональное отделение Малой академии наук рс(Я) Авторы проекта: творческие группы участников семинара-практикума «Организация и проведения научно-исследовательских экспедиций школьников»... |
||
С. Тербуны Тербунского муниципального района Липецкой области сборник... ... |
Мбоу дпос «Методический центр» Путь к вершине успеха Сборник материалов,... Отв за выпуск – Т. В. Чазова, методист по инновациям мбоу дпос «Методический центр» |
||
Методическое пособие сборник практических работ по мдк. 04. 02 «информационная безопасность» Сборник практических работ по мдк. 04. 02 «информационная безопасность» пм 04 «организация защиты информации и процессов, обеспечение... |
Документация о закупке у единственного поставщика (исполнителя, подрядчика) от 25. 07. 2013 г Выполнение научно-исследовательских и опытно-конструкторских работ в части работ |
||
2. руководство олимпиадой Всероссийской Олимпиады научно исследовательских и учебно исследовательских проектов детей и молодежи по проблемам защиты окружающей... |
Мбоу глубокинская сош №32 Утверждено «Технология» Н. И. Роговцевой, С. В. Анащенковой. Школа России. Сборник рабочих программ. 1-4 классы /[науч рук. А. А. Плешаков.].... |
||
Конкурсная документация на проведение открытого конкурса на право... Iii. Требования к качественным, функциональным и техническим характеристикам выполняемых работ 42 |
Техническое задание Выполнение научно-исследовательских и опытно-конструкторских... Выполнение научно-исследовательских и опытно-конструкторских работ по развитию подсистемы сбора телеметрических данных автоматизированной... |
||
Конкурсная документация открытый одноэтапный конкурс без предварительного... На право заключения договора на выполнение научно-исследовательских опытно-конструкторских работ по теме: «разработка технологии... |
Конкурсная документация на проведение открытого конкурса на право... Iii. Требования к качественным, функциональным и техническим характеристикам выполняемых работ 50 |
||
Актуальные вопросы современной науки И, технических и сельскохозяйственных наук, медицины, истории, педагогики, экономики и юриспруденции, социологии и политологии. Сборник... |
Конкурс учебно- исследовательских работ старшеклассников «Я и Земля» Способы проникновения и механизм действия |
||
Основные задачи олимпиады: приобщение подрастающего поколения к пониманию... Всероссийской олимпиады научно-исследовательских и учебно-исследовательских проектов детей и молодёжи по проблемам защиты окружающей... |
Отчет о результатах самообследования образовательной деятельности мбоу «сш №33» Мбоу «сш №33». В структуру отчета включены аналитическая часть и результаты анализа показателей деятельности мбоу «сш №33» города... |
Поиск |